“Һуңғы ҡыңғырау” байрамын уҡыусылар менән бергә ата-әсәләр ҙә ҙур тулҡынланыу менән көтөп ала. Асҡын ауылында йәшәүсе Гөлнара һәм Рөстәм Абдуллиндар өсөн быйылғы “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы айырыуса иҫтәлекле һәм онотолмаҫ булды. Уларҙың өс балаһы ла сығарылыш класс уҡыусыһы. Спортта ла, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәгән, тик “биш”легә өлгәшеүсе ҡыҙҙары Аделина — Асҡын 1-се урта мәктәбенең 11-се, Алина — 9-сы, улдары Раил 4-се класын тамамланы.
Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы Гөлнара Камил ҡыҙы “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһында барлыҡ ата-әсәләр исеменән ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларға алмашҡа белем усағына шундай уҡ тырыш, егәрле, аҡыллы балалар килеүен, сығарылыш класс уҡыусыларына — тик уңыштар, хыялдарының тормошҡа ашыуын, һынауҙарға бирешмәйенсә алға ҡыйыу барыуҙарын, ә уҡытыусыларға артабан да белем һәм тәрбиә биреүҙә шулай дәртләнеп эшләп, ҙур уңыштарға ирешеүҙәрен теләне.