Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Май 2021, 09:40

"Белем" асыҡ майҙансыҡҡа әйләнһен

Был сара “Белем” йәмғиәтенең кешеләрҙе диалогҡа йәлеп итеү өсөн һөҙөмтәле ысулдар табыуға әҙерлеген күрһәтте.

Кисә “Облака” заман сәнғәте үҙәгендә “Белем” Рәсәй йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ярҙамында ил Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песковтың сығышын ҡаранылар. Сара “Яңы белем” онлайн-марафонына ярашлы үтте һәм “FakeNews vs Чистое знание” тип аталды.
Был тема бөгөн көнүҙәк. Артабан фекер алышыу ойошторолдо. Унда баш ҡала белгестәре Сергей Ширинкин, Эдуард Сәйетбаталов, Михаил Бреслер, Руслан Вәлиев, Виктория Дерябина, Хәлил Тимершин һәм башҡалар “Fake news” темаһына һөйләште, үҙ ҡараштарын белдерҙе.
Фекер алышыу барышында күп һорауҙар күтәрелде. Мәҫәлән, киң матбуғат сараларындағы алдаҡ яңылыҡҡа нисек ҡарарға, яңылыҡтарҙы нисек ҡабул итергә һәм баһаларға, ниндәй мәғлүмәтте “эталонлы” тип иҫәпләргә һәм башҡалар.
Философия фәндәре кандидаты, ӨДНТУ доценты Михаил Бреслерҙың “Иң яҡшы контрпропаганда – ул дөрөҫлөк” тигән тезисы менән күптәр килеште.
Сарала ҡатнашыусыларҙы марафонда Илон Макстың да ҡатнашыуы ғәжәпләндерҙе.
“Был сара “Белем” йәмғиәтенең кешеләрҙе диалогҡа йәлеп итеү өсөн һөҙөмтәле ысулдар табырға әҙерлеген күрһәтте. Был башланғысҡа уңыштар теләйем. “Белем” таҙа белем алыу, диалог һәм төрлө ҡарашлы кешеләрҙе килешеүгә өлгәштерер өсөн асыҡ майҙансыҡ булһын”, – тине осрашыу модераторы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Валериан Гагин.
Фото: "Белем" йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе.
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Belem-asi-may-ansi-a-yl-n-en-803348/
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас