Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Май 2021, 11:00

Аҡ юл һеҙгә, егеттәр һәм ҡыҙҙар!

Бөгөн Урмияҙ урта мәктәбендә лә сағыу тантана уҙҙы.


Урмияҙ урта мәктәбендә лә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы бик матур һәм сағыу үтте. Ул барыһына ла бик оҡшаны.

Мәктәп директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы белдереүенсә, балалар Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға рөхсәт алған. Етәксе уҡыусыларға һынауҙарҙы уңышлы тапшырыуҙарын, хыялдарының бойомға ашыуын теләне.

Быйыл мәктәптә барыһы 109 бала белем ала. IX класты — 16 (класс етәксеһе Нәзилә Мансур ҡыҙы Хәтипова), ә XI класты 9 уҡыусы (класс етәксеһе Роза Рафиҡ ҡыҙы Ирғәлина) тамамлай.

Байрам менән ҡотларға ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин, район хакимиәтенән кадрҙар, хоҡуҡ эше һәм муниципаль хеҙмәт буйынса бүлек начальнигы Зүлиә Нәғим ҡыҙы Ғәлина ла килә.

Наилә Имаева.

Читайте нас