Балтас районы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә сығарылыш кисәләре үтте. Дәртле йырҙар, шат бейеүҙәр, күңелле уйындар байрамға кәйеф, йәм өҫтәне. Тәрбиәләнеүселәрҙе байрам менән балалар баҡсаһы мөдире Ирина Сафый ҡыҙы Шәрипова һәм ата-әсәләр тәрбиәселәр - Гөлнәзирә Имамова, Миләүшә Рәхмәтуллинаға, музыка етәксеһе Рима Шакироваға рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, балаларға изге теләктәр, уңыштар теләп, аҡ юлға – белем иленә оҙатты. Изге теләктәргә ҡушылып, балалар ата-әсәләр менән берлектә шарҙар осорҙо. Аҡ юл һеҙгә – буласаҡ уҡыусылар!