Бөгөн Ҡубияҙ ауылында районыбыҙ мәктәптәренең 10-сы класын тамамлаусы егеттәр өсөн хәрби уҡыу-ялан йыйыны башланды. 43 үҫмер биш көнгә ысын әрме тормошо үтергә йыйылды. Сараны тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Наталья Пушкарева ҡатнашты.
– Уҡыу-ялан йыйыны үҫмерҙәрҙе төрлө яҡлап һынай, хәрби хеҙмәт тормошоноң тәүге күнекмәләрен еткерә. Буласаҡ һалдаттар был һынауҙарҙы уңышлы үтер һәм киләсәктә Ватаныбыҙ һағында уяу торор, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтер тип ышанам! – тине Наталья Николаевна, буласаҡ һалдаттарҙы тәбрикләп.
Хәрби йыйын биш көн дауам итәсәк. Был сара йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Ойоштороусылар үҙ алдына ҡуйған маҡсатына ирешер, буласаҡ һалдаттар тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерер.