Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Май 2021, 10:05

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

Берҙәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге көнө сиктәрендә бөгөн Ҡышлауйылға урта мәктәбендә «Иғтибар: балалар!» тигән профилактик акция үтте.

Мәғлүм булыуынса, һәр йылды йәйге каникул алдынан, республикабыҙҙа «Иғтибар: балалар!» тигән акция үткәрелә. Быйыл ул 17 майҙа башланды һәм 11 июнгә тиклем дауам итәсәк. Акция барышында балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү буйынса төрлө саралар ойоштороласаҡ. Нәҡ ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, Рәсәйҙә иғлан ителгән Берҙәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге көнө сиктәрендә бөгөн Ҡышлауйылға урта мәктәбендә бик фәһемле сара үтте.
“Юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙо иҫкәртеү маҡсатында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Асҡын районы буйынса ЮХХДИ бүлеге инспекторы, полиция лейтенанттары Павел Крапивин менән Евгений Апканиев килде. Павел Вячеславович урамда һәм юлдарҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында уҡыусыларға һөйләне, һорауҙар биреп балаларҙың белемен дә тикшерҙе. Үҙ сиратында, балалар ҙа инспектор ағайҙарына һоруҙар биреп, төплө яуаптар алды. Шулай бик йәнле һәм файҙалы сара булды, — тип хәбәр итте Ҡышлауйылға мәктәбе уҡытыусыһы Эльмира Шәйхуллина.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Иғтибар: балалар!» тигән республика профилактик акцияһы сиктәрендә мәктәп уҡыусылары «ПДД всем знать на пять», «Вместе мы сможем больше», «Дорожный талисман» иҫкәртеү акцияларында, «Беҙҙең хәүефһеҙ бала саҡ» фотомарафонында, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса викториналар, олимпиадалар, флешмобтарҙа ҡатнаша, йәйге йүнәлешле сменаларҙа ял итә лә ала.
Йәй – күңелле ял итеү осоро, һәр кемдең көтөп алған миҙгеле икәнен беләбеҙ. Шулай ҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотоп ебәрергә ярамай. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, хәтерегеҙҙә тотоп йөрөгөҙ. Юҡҡа ғына, «Һаҡлағанды Хоҙай һаҡлар», тимәйҙәр бит.
Наилә Имаева.
Эльмира Шәйхуллина фотолары.
Читайте нас