Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Май 2021, 07:20

Һөйөнсө!

Уҡыуҙа, спортта, ижадта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар өсөн Ришат Марат улы Дихин исемендәге “Асҡын районы ғорурлығы” стипендияһын билдәләү тураһында положение раҫланды.

Уҡыуҙа, спортта, ижадта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар өсөн Ришат Марат улы Дихин исемендәге “Асҡын районы ғорурлығы” стипендияһын билдәләү тураһында положение раҫланды.
Ул йыл һайын конкурс нигеҙендә биш номинация буйынса билдәләнәсәк: “Гуманитар йүнәлештә юғары уңыштар өсөн”, “Спорт ҡаҙаныштары өсөн”, “Ижади йүнәлештә юғары уңыштар өсөн”, “Тәбиғи-техник йүнәлештә юғары һөҙөмтәләр өсөн”, “Илһөйәрлек һәм тыуған яҡҡа һөйөү”. Һәр номинация буйынса берәр еңеүсе билдәләнә. Стипендия биш мең һум күләмендә бирелә һәм уға 12 йәштән алып 18 йәшкә тиклем уҡыусылар дәғүә итә ала.
Наилә Имаева.
Читайте нас