Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Май 2021, 05:30

Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Билдәле яҡташыбыҙ, Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Нәфис Ниғәмәев мәртәбәле йыр-моң бәйгеһендә ҡатнашып, 2-се дәрәжә лауреат булды.

Билдәле яҡташыбыҙ, Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Нәфис Ниғәмәев йәш башҡарыусыларҙың Ҡазанда үткән Рәшит Ваһапов исемендәге XVII Халыҡ-ара татар йыры конкурсында “Халыҡсан башҡарыу” номинацияһында 2-се дәрәжә лауреат булды. Еңеүселәрҙе 17 майҙа Сәлих Сәйдәшев исемендәге Ҡазан дәүләт Ҙур концерт залында гала-концерт барышында бүләкләйҙәр.
Талантлы яҡташыбыҙ Нәфис Тимерғәзе улын ҙур уңышы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас