Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Май 2021, 06:20

Таланттар балҡышы

18 майҙа Балтас район Мәҙәниәт һарайында Балалар сәнғәт мәктәбенең «Музыка, сәнғәт һәм яҡшылыҡ донъяһы» исемле отчет концерты уҙҙы.

Концерт Рая Хәмәева етәкселегендә хор сығышынан башланды. Илмир Исламғәлиев, Булат Хәсәнов, Зөфәр Хәбиров, Динар Сабирйәнов, Гүзәл Рәхимйәнова, Диана Миңдебаева, Нәдир Сафин, Сабит Сәйетов, Динар Имамов, Камил Йыһангиров, Нәргизә Шәйҙулова, Амалия Ғәйниәхмәтова, Диана Хәжиева, Сөмбөл Солтанғәлиева, Эвелина Ғәләүетдинова һәләттәрен айырым күрһәтте.
Баянда, фортепианола, думбырала уйнаусылар, “Ҡыңғырауҙар”, “Капели”, “Качели” вокал, гитара һәм баян ансамблдәре, хореография бүлеге бейеү коллективтары шулай уҡ тамашасыларҙың көслө алҡышына күмелде. Репертуар төрлө һәм сағыу ине. Диана Хәжиева менән Булат Хәсәнов алып барыусылар ролен уңышлы башҡарҙы.
Балалар барлыҡ тамашасыны, ә иң мөһиме – уҡыу йылы дауамында уларға бар тырышлығын һәм көсөн һалған уҡытыусыларын һөйөндөрҙө.
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас