Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Май 2021, 09:15

Һөйөнөслө ваҡиға

Бөгөн Балтас район китапханаһында Хәнис Харисовтың "Ҡомъяҙы - тыуған ауылым" китабының исем туйы үтте.

Филүзә Каляева башҡарыуында Наил Шакиров һүҙҙәренә Рәзидә Әхмәтова яҙған "Ҡомъяҙым" йыры китап һөйөүселәр күңеленә хуш килде. Рәдиф Саҙрисламов китап туйында доғалар уҡып, автор тураһында йылы һүҙҙәрен әйтте. Ҡомъяҙы ауылында оҙаҡ йылдар коллектив хужалыҡты етәкләгән Айрат Әҡбәров китап уҡығандан һуң тыуған хистәре менән уртаҡлашты, колхоз тормошо, билдәле шәхестәрҙе иҫкә алды. Хәнис Ситдиҡ улы китапты яҙыу тарихы менән таныштырҙы. "Ҡомъяҙы - тыуған ауылым" китабыны 251 биттән тора.
Хәнәүи Вәлиев ауыл тарихында яҡты эҙ ҡалдырған Мәҙехәт Әхтәм улы Шәрифйәнов тураһында һөйләне.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.
Читайте нас