14 һәм 17 майҙа “Сәләмәтлек поезы” Урмияҙҙа эшләне. Асҡын үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, төрлө йүнәлеш белгес-табиптары тарафынан 200-ҙән ашыу кеше ҡабул ителгән. 100-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ — маммография, 140-тан ашыу кеше — флюрография, 90-дан ашыу ЭКГ тикшереүен үткән. Табиптар бригадаһының ҡул аҫтында заманса диагностика ҡорамалдары булыуы медицина тикшереүе сифатын бермә-бер күтәрә.
Теләге булғандарҙың барыһына ла табип амбулаторияһында яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһалған.
“Сәләмәтлек поезы” районыбыҙҙа эшен дауам итә. 18-19 майҙа — Табаҫҡытамаҡта, 20-21 майҙа Күнгәк ауылында халыҡты ҡабул итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Тәгәрмәсле” дауаханалар ауылдар буйлап йөрөп, халыҡҡа бер юлы бер нисә белгестә медицина тикшереүе үтергә мөмкинлек бирә. “Сәләмәтлек поездары” Рәсәй Президентының май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.