Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
17 Май 2021, 10:05
Тиҙҙән ғаризаларҙы ҡабул итә башлаясаҡтар
17 майҙа республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына конкурсҡа ғаризаларҙы ҡабул итә башлай.
Бөгөндән Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан республика Башлығы грантына конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итә башланы. Республиканың гражданлыҡ институттары үҫешендә ҡатнашҡан һәм социаль тәғәйенләнешле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар туғыҙ йүнәлеш буйынса конкурсҡа заявкалар бирә ала.
Был йүнәлештәр:
*социаль хеҙмәтләндереү, айырым категория граждандарҙы яҡлау;
*ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү,
*йәштәр сәйәсәте;
*граждандар хоҡуҡтарын яҡлау, гражданлыҡ йәмғиәте институттарына ярҙам итеү;
*сәләмәтлекте һаҡлау, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, физик культура һәм спорт;
*фән, мәғариф;
*тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йәшәүҙең уңайлы мөхитен булдырыу, хайуандарҙы яҡлау, милләт-ара, религия-ара килешеүҙе булдырыу;
*мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау.
Конкурстың бюджеты – 164850668 һум. Ғаризалар электрон төрҙә grant.bashkortostan.ru сайтында 15 июнгә тиклем тапшырырға кәрәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-903-311-69-37 (проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм булышлыҡ итеү бүлеге), 8-967-453-92-72 (финанс-ойоштороу бүлеге).
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ti--n-arizalar-i-abul-it-bashlayasa-tar-795200/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"