Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Май 2021, 09:25

Иң оҫталар асыҡланды

Балтас районы Штәнде урта мәктәбендә беренсе тапҡыр “Мәктәп ашханаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы” һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе үтте.

"Мәктәп ашханаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы" һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә оҫталыҡта, зирәклектә һәм аш-һыу әҙерләү буйынса фантазия байлығында 11 ашнаҡсы һынау тотто.
Мәртәбәле жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың юғары һөнәри оҫталығын билдәләне. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Штәнде урта мәктәбенән Рима Сафина еңеү яуланы.
Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенән Ләйсән Низамова менән башланғыс мәктәптән Фәнилә Хәсәнова призер булды.
Бәйгеселәр грамота, сертификат һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас