15-16 майҙа Магнитогорск ҡалаһында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған Силәбе өлкәһенең каратэ (киокусинкай) буйынса VII асыҡ кубогы уҙҙы. Балтас районынан "Йәшлек" физкультура һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашып, призлы урындар яуланы.
12 - 13 йәшлектәр араһында 45 кг-ға тиклем ауырлыҡтағы категорияла Гүзәл Субушева — 2 -се урын, 50 кг-ға тиклем ауырлыҡтағы категорияла Регина Закирова шулай уҡ 2 -се урын яуланы. Тренерҙары Евгений Артосовичты һәм ҡыҙҙарҙы еңеүҙәре менән ҡотлап, алдағы ярыштарында ла уңыштар теләйбеҙ.