Бөгөн, 17 майҙа, Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған “Архив документтарында минең ғаиләм тарихы” темаһына IV асыҡ республика генеологик конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы. Сарала Ҡышлауйылға урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Нурания Садыҡова һәм уның етәксеһе Эльза Ришат ҡыҙы Ғәлиева ҡатнашты. Нурания “Ғаилә архивы: шәжәрә — нәҫел ағасына асҡыс” номинацияһында 2-се урын яуланы.