Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2021, 10:00

Ғаилә – ул йылылыҡ, берҙәмлек, туғанлыҡ, байлыҡ

Түбән Ҡарыш мәҙәниәт йортонда китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Халыҡ-ара ғаилә көнөнә бағышланған “Ғаиләм – изге хазинам” тигән фәһемле сара үтте.

Халыҡ-ара ғаилә көнө Балтас районы Түбән Ҡарыш ауылында күңелле үтте. Ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн "Ғаиләм - изге хазинам" тип исемләнгән күңел асыу программаһын әҙерләп үткәрҙе.
Балалар ғаилә тураһында шиғырҙар һөйләп, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр иҫкә төшөрөп, үҙ ғаиләләрендәге йолалар тураһында һөйләне.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтас районы.

Читайте нас