

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең медицина учреждениелары етәкселәренә 49 яңы автомобиль асҡысын тапшырҙы.
“Лада Ларгус” һәм “Лада Веста” машиналары һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы дауаханаға тиклем еткерергә, патронаж хеҙмәттең паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн файҙаланыуына тәғәйенләнгән.
Автомобилдәр федераль ҡаҙна иҫәбенә, республикала беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын модернизациялау һәм “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” программаларына ярашлы алынған.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, 2024 йылға тиклем ошо маҡсатҡа 16 миллиард самаһы федераль саралар йүнәлтеләсәк.
– Беҙ беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашыра башлайбыҙ. Был ғәмәлгә башланғысты ил Президенты Владимир Путин бирҙе. Һүҙ амбулаториялар, ФАП-тар, поликлиникалар хаҡында бара. Уларға, һис шикһеҙ, яҡшы техника кәрәк. Машиналар түбән мобилле граждандарҙы йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән һәм был транспорт тәү сиратта төбәктең ауыл ерҙәрендә эшләйәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәренә пандемия осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
Социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә иһә Радий Хәбиров былай тип яҙҙы: “Пландар ҙур: яҡын йылдарҙа үҙәк район дауаханаларын ремонтлаясаҡбыҙ, йыһаздар, ҡоролмалар, транспорт менән тәьмин итәсәкбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ һәм именлек!”
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе иһә Башҡортостан дауаханаларына һигеҙ инвалид коляскаһы тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Meditsina-oyoshmalarina--ya-i-avtomobild-r-794746/