Көн ҡаҙағында - Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидара органдарына һайлауҙар буйынса кампания.
– Алдан һайлауҙа беҙҙең партиянан тотош ил буйынса иң әүҙем һәм абруйлы эшмәкәрҙәр, Рәсәйҙең бер нисә Геройы, йәш ирекмәндәр ҡатнаша, - тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме: улар “Берҙәм Рәсәй”гә ышана һәм уның менән киләсәген бәйләргә уйлаған. Әммә сәйәсәттең төп ҡағиҙһе бар: власть ябай ына бирелмәй, уның өсөн көрәшергә кәрәк, һәр хаҡ менән түгел, һайлаусылар араһында абруй менән. Шуға партиябыҙҙың һайлауҙарҙа шәхсән күрһәтәсәк вәкилде һайларға кәрәк. Иң мөһиме – тормошҡа ашырылмаҫ вәғәҙәләр бирмәү. Праймеризда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла беҙҙең яҡта әүҙем ҡалһын. Бында осраҡлы кешеләр юҡ. Һәр береһенең таланты файҙаланырлыҡ өлкә табыласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякиндың белдереүенсә, ил буйынса барлығы 4 мең кеше праймеризда ҡатнашҡан.
Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров республикала алдан тауыш биреүгә 340 кешенең ғариза биреүе хаҡында әйтте. Уларҙың 213 кандидат – Өфө ҡала Советына, 199-ы – Рәсәй Дәүләт Думаһына, 17-һе республика парламентының бер мандатлы ике округы буйынса.
Республика парламенты вице-спикеры Эльвира Айытҡолова үҙенең һайлау кампанияһында ҡатнашыуын киләсәктә Башҡортостан кешеләре мәнфәғәтенә эшләйәсәге хаҡында белдерҙе.
– Партиябыҙға ышанабыҙ, бергә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы хәл итәсәкбеҙ, - тине Эльвира Айытҡолова. – “Берҙәм Рәсәй” бөгөн көн повесткаһын билдәләй. Һайлаусыларыбыҙ менән бер телдә һөйләшәбеҙ.
– Партия ағзаһы булмаһам да, праймеризға барҙым, - тине Торлаҡ-коммуналь тармаҡтағы йәмәғәтселек контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский. – Сөнки “Берҙәм Рәсәй” торлаҡ-коммуналь тармаҡ өлкәһендәге ҡатмарлы һорауҙарға һәр ваҡыт асыҡ һәм ысын хәл итеү өсөн тәьҫир итә.
– Иң ауыр сәйәси осорҙа республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡыйыу рәүештә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенә етәкселек итә, - тип өҫтәне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева. – Ауыр ваҡытта медицина, фән һәм башҡа өлкәләрҙәге һорауҙарға ҡыйыу тотондоҡ.
– Партия яғында булғанға күрә, сәйәси тормоштан да ситтә тора алмайым, - тине “Открытие” банкының Волга буйы “Өфө” филиалының операциялар офисы идарасыһы Айҙар Зөбәйеров. –Һуңғы ике йылда ҡалаларыбыҙ, ихаталарыбыҙ, парктарыбыҙ үҙгәреүен күрәбеҙ, юлдар төҙөлә. Эшҡыуарҙар ҙа ауыр пандемия осоронда ярҙам ала.
– Еңеребеҙгә ышанам, сөнки “Берҙәм Рәсәй” – йәштәр ойошмаларына һәм йәш ғаиләләргә әүҙем ярҙам иткән партия, - тип белдерҙе “Рәсәй студенттар отрядтары”ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Ирина Сухарева.
– Һәр көндө таҙа ҡағыҙҙан башларға, уны яңы эштәр һәм уңыштар менән тултырырға тейешбеҙ. Үҙенең яңы ҡараштары һәм конструктив тәҡдимдәре булған яңы кешеләрҙең партиябыҙҙы тулыландырыуы шәп. Сәйәсәттәге уңыш көндәлек эш һәм аныҡ кешеләр менән бәйле. Әммә сабырлы булырға, мөғжизә көтмәҫкә һәм даими эшләргә кәрәк. Партиябыҙҙың көсө – кешеләрҙә. Бергә беҙ – “Берҙәм Рәсәй”ҙең ҙур командаһы, - тине Радий Хәбиров.