Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Май 2021, 06:45

Юл яуаплылыҡ талап итә

Бөгөн, 14 майҙа, Асҡын ауылында “Хәүефһеҙ юл - бәхетле ғаилә” акцияһы үтте.#Ғаилә аҙнаһы2021#Неделясемьи2021

Республикала 11 майҙан 16 майға тиклем Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған тематик аҙна дауам итә. Ғаилә аҙнаһы сиктәрендә бөгөн районыбыҙҙа Ғаилә хеҙмәте коллективы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Асҡын районы буйынса ЮХХДИ бүлеге инспекторҙары, өлкән полиция лейтенанты Марсель Әсләм улы Вәлиев һәм полиция лейтенанты Сәүбән Ямалетдин улы Фәтхетдинов менән берлектә “Хәүефһеҙ юл - бәхетле ғаилә” акцияһын үткәрҙе. Сараны ойоштороусылар юлдарҙа балалар йәрәхәтләнеүен иҫкәртергә, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөргә ярҙам иткән памяткалар ҙа таратты.
Наилә Имаева.
Читайте нас