Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Май 2021, 04:15

Башҡортостан туғандаш республикаларға ярҙам итәсәк

12 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Луганск Халыҡ Республикаһында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булған урынында булды. Легендар комдив дошмандар тылы буйлап рейдтан сыҡҡан саҡта, 1943 йылдың февралендә Штеровка ҡасабаһы ситендә вафат булған.

Радий Хәбиров менән делегация ағзалары Миңлеғәле Шайморатовтың һуңғы алышы урынына сәскәләр һалды, шулай уҡ киләсәктә геройҙың бюстын ҡуйырға планлаштырылған майҙансыҡты ҡаранылар. Башҡортостан ҡунаҡтары үҙҙәре менән данлыҡлы яҡташыбыҙ һәләк булған урындан әҙерәк Луганск тупрағын алды.
Аҙаҡ Радий Хәбиров хәбәрселәр менән аралашып тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Унан Донбасс һәм Луганск Халыҡ Республикаларына булған сәйәхәтенән кисерештәре, республикаларҙағы хәлдәрҙе нисек баһалауы, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек тураһында һораштылар.
– Беҙ тәү сиратта Донбасс халҡын байрам менән – ЛХР менән ДХР барлыҡҡа килеүенә ете йыл тулыуға арналған көн менән ҡотларға тип килдек. Был республикаларҙа йәшәгән кешеләр үҙҙәренең бойондороҡһоҙлоғо өсөн тора алды һәм үҙ яҙмышын булдырҙы, тыныслыҡҡа өлгәште. Быларҙың барыһы ла булғас, хәҙер үҫешергә ваҡыт.
Башҡортостан Донбасс халҡы менән хеҙмәттәшлеккә әҙер. Беҙ мәҙәни, ғилми, спорт, иҡтисади ҡаҙаныштар менән алмашырға теләйбеҙ. Быйыл көҙ үк бында республиканан бизнес-миссия килтерәсәкбеҙ. Беҙ ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек юлдары эҙләргә, Донбасстың иҡтисадын күтәрергә һәм бергә үҫешергә теләйбеҙ. Әлеге төп бурыс – кешеләрҙең тормошон саҡ ҡына булһа ла яҡшыраҡ итеү. Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн ауыр көрәш осоро тамамлана һәм хәҙер иҡтисад тураһында уйларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Луганск Халыҡ Республикаһына ҡағылып, Радий Фәрит улы бында беҙҙең легендар яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булған урыны булыуын әйтте. “Минең өсөн был бик шәхси тарих. Көсөм булғансы мин бында киләсәкмен һәм ЛХР халҡына беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, генерал Шайморатов хәтерен һаҡлауҙары өсөн рәхмәтемде әйтәсәкмен. Беҙ – уңышлы, ҙур, көслө республика, шуға күрә туғандарса Донбасс халҡына ярҙам итәсәкбеҙ”, – тине ул.
– Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның геройҙары тураһындағы тарихи хәтерҙе һаҡлау ни тиклем мөһим? – тип һоранылар унан.
– Беҙ мотлаҡ рәүештә кешеләргә, тәү сиратта балаларыбыҙға ата-бабалар ҡаһарманлығы тураһында һөйләргә тейешбеҙ. Аңыбыҙҙа һәм йөрәктәрҙә бушлыҡ булмаһын өсөнө кәрәк был. Беҙҙе быға мәктәптә өйрәттеләр, мин ветерандар менән аралаштым, һуғышта булған олатайымды иҫләйем. Ә әлеге балалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпте белмәй һәм хәтерләмәй. Уларға ысын батырлыҡтар тураһында һөйләргә кәрәк, сөнки һәр һәләк булған яугирҙең яҙмышы артында тулы бер донъя, тулы тарих. Беҙ балаларҙың күңелдәре, илебеҙҙең киләсәге өсөн көрәш алып барабыҙ, – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров.
Фото: Башҡоростан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас