

Изге Рамаҙан айы юғары рухи сифаттар һәм әхләҡи нормаларға эйә булған тантана символы булып тора. Был күркәм айҙың игелеклелеге һәм йомартлығы көндәлек тормошта һәр ваҡыт йәнәшә булыр, тип ышанам.
Ураҙа айы – рухи таҙарыныу, бары тик шәфҡәтле, изге эштәр башҡарыуҙан ғибәрәт булған айҙың тамамланыуын билдәләп үтеү ул. Ошо изге байрам рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, йөрәктәребеҙгә йән йылыһы, һөйөнөс, игелек һәм мөхәббәт нуры өҫтәһен, һәр йортҡа, ғаиләгә шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килһен. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар, бәхет һәм бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйем.
Асҡын районы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Динис Йосопов.