Билдәле булыуынса, был көн 15 майҙа билдәләнә. Сараны республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.
Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә һөйләшеү булды.
– Һис шикһеҙ, был мөһим байрамдарҙың береһе. Ғаилә аҙналығы сиктәрендә көн һайын бик күп саралар планлаштырылған. Улар ғаиләне төп социаль ҡиммәт булараҡ нығытыуға йүнәлгән. Муниципалитет башлыҡтары, кәрәкле ярҙам күрһәтегеҙ, ә республика халҡын был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам, – тине Радий Хәбиров.
Аҙналыҡ сиктәрендә бөтә ҡала һәм райондарҙа ғаилә йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә арналған саралар һәм акциялар үтәсәк. Унда ата-әсә компетенцияларын үҫтереү, ғаилә ялын ойоштороу ҙа ҡаралған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.