Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Май 2021, 03:30

Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл эшсәндәре!

Хөрмәтле Асҡын районы халҡы, ҡунаҡтар!Ысын күңелдән һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы менән тәбрик итәм!

Был байрам халҡыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ сыҙамлығы, батырлығы һәм рух ныҡлығы символына әүерелде.Бөгөн беҙ яҡты, матур тормошҡа ҡыуанып, балалар тәрбиәләй һәм тыныс тормошта эшләй алыуыбыҙ менән һеҙгә бурыслы.

Һеҙҙең тиңһеҙ батырлығығыҙға, ныҡлы рухығыҙға һоҡланабыҙ. Бай тормош тәжрибәгеҙ, зирәк кәңәштәрегеҙ менән йәш быуында тыуған ергә мөхәббәт, Ватанға хөрмәт тәрбиәләйһегеҙ.

Һеҙгә ихлас күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге һәм яҡындарығыҙҙың йән йылыһын тойоп, тыныс тормошта ғына йәшәүегеҙҙе теләйем.

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов.

Читайте нас