

9 Май – илебеҙ тарихында, һәр ғаилә тормошонда онотолмаҫ ҙур байрам. Был көндө ветеран-фронтовиктарға ихлас рәхмәт әйтәбеҙ, тылда еңеү өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт һалғандарға хөрмәт белдерәбеҙ. Уларҙың ҡыйыулығы, түҙемлеге, анттарына тоғролоғо беҙҙең өсөн һәр саҡ Тыуған илгә һөйөү өлгөһө булып торасаҡ.
Бөйөк Еңеүгә Асҡын районы халҡы ла иҫ киткес ҙур өлөш индергән. Беҙҙең изге бурыс - уларҙың батырлығы тураһында иҫтәлекте киләсәк быуындар өсөн һаҡлау.
Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйем. Еңеү көнө менән!
БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, “Газпром трансгаз Уфа” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов.