Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Май 2021, 03:40

9 Май – илебеҙ тарихында онотолмаҫ, иҫтәлекле көн

Бөйөк Ватан һуғышының хөрмәтле ветерандары, тыл эшсәндәре, район халҡы! Һеҙҙе ысын күңелдән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө менән ҡотлайым!

9 Май – илебеҙ тарихында онотолмаҫ, иҫтәлекле көн. Бөтә халыҡ байрамы Ватаныбыҙҙың азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған олатайҙарыбыҙ һәм ҡарт олатайҙарбыҙҙың батырлығы менән бәйле. Уларҙың ҡыйыулығы, ҡаһарманлығы һәм анттарына тоғролоғо беҙҙең өсөн һәр саҡ илһөйәрлек, рухи ныҡлыҡ һәм киләсәк быуын өсөн яуаплылыҡ өлгөһө буласаҡ.

Ысын йөрәктән һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, тыныслыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!

РФ Федераль Йыйылышы -Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.

Читайте нас