Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Май 2021, 11:30

Ветерандар ҡотлауҙар ҡабул итә

Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Хәнифә Фазылбәк ҡыҙы Фазлыәхмәтова менән Әхнәф Маҙһар улы Маҙһаровты Еңеү көнө менән ҡотланы.


Иҫке Балтас ауылында бөгөн ике ветеран иҫән-һау ғүмер итә. Бөгөн район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге коллективтары уларҙы тантаналы шарттарҙа ҡотланы.
Бөйөк Ватан һуғышына Балтас районынан 90 ҡатын-ҡыҙ киткән. Улар хөрмәтенә район хакимиәтендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар сафҡа теҙелеп ике ветерандың да йорто алдынан үтте.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Автор фотолары.
Читайте нас