Бөгөн Барахай ауылында күптән көтөлгән тантаналы ваҡиға булды - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә стела асылды.
Тантанала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, район Советы депутаты Эдуард Тимерғәлин, Асҡын ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илзида Имаметдинова ҡатнашты.
Сараға килеүселәр яуҙа һәм тыныс тормошҡа ҡайтып һәләк булған ветерандарҙы һәм тыл эшсәндәрен бер минут тын ҡалып иҫкә алды һәм стелаға сәскәләр һалды.