Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Май 2021, 06:45

Иң оло хөрмәт – һуғыш ветерандарына

Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев Нөркә ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Әғзам Хәтмулла улы Хәтмуллин һәм Муллахан Нурғәли улы Исламғәлиевты Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы менән ҡотланы.

Әғзам Хәтмулла улына 15 майҙа 96 йәш тула. Ул ҡыҙы Светлананың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй.

Муллахан ағай менән Нурия апай янына Бөйөк Еңеү байрамына Украинанан ҡыҙҙары Әлфирә ҡайтҡан.

Күп йылдар юл төҙөү-ремонтлау системаһында эшләгән Муллахан Нурғәли улын ҡотларға Балтас Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы етәксеһе Илдар Ғәбдинур улы Йыһангиров килде һәм “Башкиравтодор” йәмғиәте бүләген тапшырҙы. Муллахан ағай гармунын алып, ҡунаҡтарҙы бейетеп тә алды.

Нөркә ауыл биләмәһе башлығы Флидә Ҡәүи ҡыҙы Ғиндуллина ветерандарға изге теләктәрен еткерҙе.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Автор фотолары.

Читайте нас