Барлыҡ ауыл халҡын Иҫке Балтас ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнис Әхнәф улы Шәймөхәмәтов ҡотланы һәм изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ "Куйбышев" исемендәге колхоз рәйесе Фәрит Владик улы Сафин да ауылдаштарын тәбрикләне һәм имен тормош, ныҡлы һаулыҡ теләне.