Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Май 2021, 09:25

Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршылап

Бөгөн Иҫке Ҡаҙансы ауылында ла Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы уңайынан тантаналы митинг үтте.

Илебеҙгә ике Советтар Союзы Геройын үҫтергән Иҫке Ҡаҙансы ауылында ла бөгөн байрам тантана итте. Еңеү паркында иртә менән йәнлелек ине. Ҡулдарына сәскә тотҡан уҡыусылар, ололар иҫтәлекле урынға йыйылды.
Хеҙмәт ветераны Резида апай Әхәтованың сығышы ла фәһемле булды. Ул һуғыш осоро балаларының ауыр яҙмышы тураһында үҙе яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Яуҙа һәм һуғыштан һуң һәләк булған яҡташтарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, обелискыға сәскәләр һәм веноктар һалынды.
Наилә Имаева.
Гөлфинә Исламова фотолары.




Читайте нас