Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Май 2021, 10:25

Һалдат бутҡаһынан да ауыҙ итәләр

Бөгөн Солтанбәк ауылында ла Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған саралар ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙа.

Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йортонда Еңеү көнөнә бағышланған сара бик матур уҙа. Байрамға килеүселәрҙе ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов ҡотлай.
Солтанбәк мәктәбе уҡыусылары һәм ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешсән артистары көсө менән бик матур, илһөйәрлек менән һуғарылған байрам концерты ҡуйыла.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә төҙөлгән обелискыға сәскәләр һалыу сараның иң тулҡынландырғыс өлөшө була.
Наилә Имаева.
Ралиф Муллаянов фотолары.
Читайте нас