Юллама алыуҙың төп юлы -
АИС "Путевка" махсус мәғлүмәт системаһына үҙең тураһында белешмәне теркәү. Портфолиоңды, уңыштарың өсөн дипломдарыңды. Ҡыйынлығы юҡ:
АИС "Путевка" һылтанмаһы аша үтеп теркәләһең, анкета тултыраһың, ябай мәктәп конкурсынан башлап халыҡ-ара олимпиадала еңгән өсөн алған бөтә диплом, грамоталарыңдың күсермәләрен йөкләргә кәрәк. Шунан үҙең теләгән сменаны һайлайһың да ғариза ебәрәһең. Система автоматик рәүештә һиңә баһа ҡуя, йәғни һәр уңыш өсөн билдәле балл ҡуйыла. Район кимәле менән сағыштырғанда, республика, ил кимәлендәге еңеү юғарыраҡ баһалана, әлбиттә. Рейтинг юғарыраҡ булған һайын, "Артек"ка эләгергә ышаныс та ҙурыраҡ була. Әйткәндәй, түләүле юллама алыу өсөн дә ҡаҙаныштар булыуы мөһим.