Эксперттың әйтеүенсә, уғрылар ҡалдырылған чекты ала, унда күрһәтелгән тауарҙы таба һәм һаҡ магнитын ала икән. Шунан һуң урланған әйберҙе магазиндан алып сығалар, чекты һаҡсыға дәлил итеп күрһәтәләр. Быныһы ла, әлбиттә, уғрылыҡты һиҙгән осраҡта эшләнәсәк.
Егор Рединдың белдереүенсә, артабан мутлыҡ ҡылыусылар тауар өсөн аҡса карта аша түләнһә, уны ҡулдан һата. Ә әйбер өсөн ҡулаҡса бирелһә, әйберҙе магазинға кире ҡайтаралар һәм уның өсөн аҡса алалар.
Бынан тыш, мут кешенең ҡорбанына магазин ғына түгел, чекты ҡалдырған кеше лә әйләнергә мөмкин, сөнки карта менән түләгәндә, уның хужаһының исем-фамилияһы һәм картаның дүрт һаны күрһәтелә. Ошо мәғлүмәттәр аша уғрылар социаль селтәр аша карта хужаһын да таба ала икән. Был иһә уларға банкка шылтыратыу һәм ундағы иҫәпкә эләгеү өсөн кәрәк.
Юристың кәңәш итеүенсә, чекты өйгә алып ҡайтып ташларға кәрәк. Әгәр таныш булмаған кеше был документты бонустар туплау өсөн һорай икән, уға ла бирмәгеҙ.