“Был байрам тормоштоң мәңге тантана итеүен һынландыра, күңелдә изге хистәр уята, иманды нығыта, йөрәкте шатлыҡ менән тултыра.
Бөгөн бөтә донъяла яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш дауам итә. Республикабыҙ диндарҙары үҙҙәренең һәм яҡындарының ғүмере һағында уяу тора, вакцинацияға яуаплы ҡарай. Кешеләр сиркәүҙәргә килгәндә сикләү сараларын теүәл үтәй. Дөйөм көс менән мәкерле сирҙе еңеүебеҙгә ышанам.
Православие христиандары республиканың башҡа дини берләшмәләре вәкилдәре менән бергә, атайҙарса йор аҡыл менән изге эштәр башҡарып, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, үҙ-ара хөрмәттә, туғандарса берҙәмлектә йәшәүгә, рухи тормошобоҙҙо байытыуға, хәйриәлекте үҫтереүгә тос өлөш индерә. Бары тик тыныслыҡ, берҙәмлек кеүек ҡиммәттәргә таянып ҡына беҙ көслө һәм сәскә атыусы республика төҙөй аласаҡбыҙ.
Пасха шатлығы ижади, әхлаҡи яңырыу өсөн яңы көс өҫтәһен, һәр йортҡа йылылыҡ, изге хәбәрҙәр килтерһен.
Һеҙгә ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!” – тип әйтелә республика Башлығының ҡотлауында.