Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Май 2021, 06:40

Һаҡ булығыҙ: бурҙан ҡала, уттан ҡалмай!

Республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. Һуңғы тәүлектә генә республикала 88 янғын теркәлгән, уларҙың 19-ы ҡоро үлән яныуы менән бәйле.

Сәбәбе, әлбиттә, ут менән һаҡ эш итмәү. Урманда усаҡ яғыу, тәмәке төпсөгө... Янғынға ҡаршы махсус режим ваҡытында урманда ут яғырға, сүп үртәргә ярамай. Шулай уҡ йорт янында ла усаҡ яғыу, сүп-сар яндырыу тыйыла. Ҡағиҙәләрҙе боҙоусыларға 6 мең һумға тиклем штраф янай.
Оҙайлы май байрамдарында шашлыҡ әҙерләүселәр күп булыр инде. Был саҡта ла һаҡланыу сараларын үтәү кәрәк. Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов белдереүенсә, мангалдар йорт ҡаралтыларынан - 5 метр, ҡатнаш урмандан - 30, ылыҫлы урмандан 100 метр алыҫлыҡта булырға тейеш. Ағас күмерен файҙаланыу хәүефһеҙерәк. Ул-был була ҡалһа, утты һүндереү өсөн һыу әҙер торорға тейеш.
Ут менән һаҡ булайыҡ, дуҫтар, бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тигән һүҙҙәрҙе иҫтә тотайыҡ!
Фото: ufatoday.ru
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
https://yanshishma.rbsmi.ru/articles/a-buly-y-/a-buli-i--bur-an-ala-uttan-almay-781723/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=45440006
Читайте нас