Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
30 Апрель 2021, 06:39

Өйҙә сырҙы нисек әҙерләргә?

Бының өсөн бер литр һөт, бер аш ҡалағы тоҙ, 200-3000 грамм ҡаймаҡ, өс йомортҡа кәрәк.

Башта һөттө тоҙлап ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡаймаҡ менән йомортҡаны һәйбәтләп туғыйбыҙ. Һөт ҡайнап сыҡҡас ҡаймаҡ ҡатнашмаһын өҫтәп болғатып биш минут тағы ла ҡайнатабыҙ. Шунан һөттән массаһы айырылһа тишек сүмес аша үткәрәбеҙ. Шыйыҡса тулыһынса ағып бөтөргә тейеш. Бына ризығыбыҙ әҙер. Бер нисә сәғәттән ашарға мөмкин.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: vokrugsada.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас