Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Апрель 2021, 11:32

Халыҡ ышанысы һәм ҙур яуаплылыҡ

Район хакимиәтенең ултырыштар залында Асҡын районы хакимиәте башлығы итеп һайланған Динис Йосоповтың вазифаға рәсми билдәләнеү тантанаһы үтте

Инаугурацияла Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, конкурс комиссияһы рәйесе Валерий Олейник, БР Башлығының урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса бүлек мөдире Владимир Жебровский, БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдар Ғарифуллин, БР Хөкүмәтенең мәғлүмәти тәьмин итеү департаменты советнигы Шамил Фәррәхов, район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре, предприятие, учреждение етәкселәре ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын контракт буйынса башҡарыуға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Динис Йосопов кандидатураһы V саҡырылыш район Советының 10-сы ултырышында депутаттар тарафынан бер тауыштан хупланды.
Район етәксеһе ант ҡабул иткәндән һуң, яңа һайланған хакимиәт башлығы исеменә ихлас ҡотлауҙар яңғыраны. Яңы һайланған хакимиәт башлығы һәм уның командаһы өсөн иң мөһиме — кешеләр ышанысын яулау.
Динис Радис улы, үҙ сиратында, яуаплылыҡты тулыһынса аңлауын билдәләне һәм яҡташтары, йәмәғәт активистары ярҙамына өмөт итеүен әйтте.
Нина Николаева.
Марат Юнысов фотолары.
Читайте нас