Республикала “Сәләмәтлек поезы” акцияһы эшен дауам итә. 26 апрелдә Мишкә районында үҙ эшен башланы. "Сәләмәтлек поезы" халыҡҡа бер юлы бер нисә белгестә медицина тикшереүе үтергә мөмкинлек бирә. Биш көн баш ҡала дауаханалары табиптары ауылдарҙа халыҡты ҡараясаҡ. Шулай уҡ Covid-19 ҡаршы прививка эшләтергә мөмкин.