Ветстанция начальнигы Гөлнара Солтанова уҡыусыларға үҙҙәренең яратҡан һөнәре тураһында һөйләп, экскурсия үткәрҙе. Экскурсия ваҡытында уҡыусылар ветеринария хеҙмәткәрҙәренең эшен күҙәтте: бесәй стерилизациялау, микроскоп аҫтында тормош нисек барлыҡҡа килеүен һәм аҙыҡ-түлек продукттарына экспертиза үткәреү.
“Бер аҙна дауамында мәктәптәрҙән 120 уҡыусы беҙҙә ҡунаҡта булды. Әгәр 5-6 бала булһа ла ветеринар һөнәрен һайлаһа, беҙ бик шат булыр инек” , - ти Гөлнара Ғүмәр ҡыҙы.