Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Апрель 2021, 17:00

”Ҡояшҡай”ҙарҙың сираттағы еңеүе

Иҫке Балтас ауылы "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһының мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре "Һөй ғүмереңде, һөй халҡыңды" конкурсында ҡатнашып, Ғабдулла Туҡай һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарыусылар номинацияһында еңеү яуланы.

"Ҡызыл таң " төркөмөндә "Һөй ғүмереңде, һөй халҡыңды" тип аталған Ғабдулла Туҡайға бағышланған флешмоб үтте. Унда 130-ға яҡын кеше ҡатнашты. Улар араһында Балтас районы Иҫке Балтас ауылы "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһының мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре Ғабдулла Туҡай һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарыусылар номинацияһында ҡатнашып, еңеү яуланы.
Ошо конкурсҡа әҙерләнеүгә ҙур көс һалған тәрбиәселәр Гөлнәзирә Ғәлиулла ҡыҙы Имамова, Миләүшә Рифғәт ҡыҙы Рәхмәтуллина һәм музыка етәксеһе Рима Фәйзелғаян ҡыҙы Шакироваға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен юллайбыҙ. Алдағы көндәребеҙ имен булып, яңы еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ", - ти "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы мөдире Ирина Сафый ҡыҙы Шәрипова.
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас