Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Апрель 2021, 16:25

Афарин, Азалия!

Балтас районы Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Азалия Сабирова "Туҡай моңдары" конкурсының "Туҡай һүҙе төрлө телдә" номинацияһында Гран-при яуланы.

Бөгөн Өфө "Нур" татар дәүләт театрында "Туҡай моңдары" IX республика шиғыр һөйләүселәр конкурс-фестиваленең йомғаҡлау өлөшө уҙҙы. Балтас районы Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Азалия Сабирова "Туҡай һүҙе төрлө телдә" номинацияһында "Театр" шиғырын татар, инглиз һәм урыҫ телдәрендә уҡып, Гран-приға лайыҡ булды. Үҙенең уңышы өсөн Азалия уҡытыусыһы Светлана Роберт ҡыҙы Сафиуллинаға рәхмәтле. Афарин, Азалия! Киләсәктә лә һиңә уңыштар теләйбеҙ.
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас