Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбендә 9-сы-11-се класс уҡыусылары өсөн Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары менән профориентация эше буйынса осрашыу үтте. Сара программаһы бай булды. Студенттар үҙҙәренең уҡыу йорттары тураһында һөйләп, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө, аңлайышлы итеп яуап биреп, викториналар, тестар, квст-уйындар үткәрҙе.