Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Апрель 2021, 03:30

Уйландыра, моңландыра, рухландыра бит ул Гөлнара!

Иҫке Балтас ауылында йәшәүсе ижади күңеле, үткер ҡәләме менән кешеләрҙе уйландыра, моңландыра, сәмләндерә, рухландыра белгән Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы Шәймөхәмәтова бөгөн үҙенең алтын юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан Балтас районында йәшәүсе Миләүшә Ҡасимова редакциябыҙға шиғыр яҙып ебәргән. Уның шиғырын түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:


Гөл Мирһадиға
Исемегеҙ һеҙҙең матур гөлдәй,
Ә хәҙер ул ысын Гөл Мирһади!
Замандаштар, ижад итәйек бергә,
Ал ҡулыңа ҡәләм, әйҙә, ти.
Ҡәләм тотоп ҡулға сыҡтым юлға,
Сыҡтым юлға - ижад юлына.
Яҙа алмаһам ғәйепләрҙәр ҙә һуң,
Тик һуҡмаҫтар әле ҡулыма.
Замандашым, минең уҡытыусым,
Рәхмәт һиңә, бирҙең кәңәштәр.
Йылы һүҙҙән күңелем ҡанатланып,
Өмөтләнде шунда йөрәктәр.
Кеше кешегә бер йылы һүҙен
Ҡыҙғана ла торған заманда.
Бар кешеләр өмөт уятыусы
Кеше күңелендә һаман да.
Яҙайым тигән уйҙан мин шатланып
Ҡоштай остом кире өйөмә.
Тик ҡурҡамын – өмөт уятырҙай
Һүҙҙәр килерме икән күңелемә?

Миләүшә Ҡасимова.
Читайте нас