Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Апрель 2021, 11:05

Оноторға ярамай

Бөгөн, 23 апрелдә, Балтас районында Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәткә 35 йыл тулыуға бағышланған «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо.

Һәләкәтте бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы Балтас районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Фларит Әсхәт улы Хәбибов сәләмләне һәм «Чернобыль атом электростанцияһында фажиғәне ликвидациялауға 35 йыл тулыу уңайынан» миҙалдарын, «Ватаным – Балтас ере» китабын тапшырҙы. Шулай уҡ осрашыу барышында ликвидаторҙарҙы социаль һәм медицина менән тәьмин итеү мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы.
Сараны район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре сығыштары менән биҙәне.
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас