Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Апрель 2021, 07:30

Табаҫҡытамаҡтар рәхмәт әйтә!

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы “Толпар” күсмә стоматология комплексы Асҡын районы мәктәптәрендә балаларҙың тешен дауаланы.

«Табаҫҡытамаҡ ауылына беренсе тапҡыр бындай күсмә стоматология комплексы килде. Беҙҙең ауыл район үҙәгенән 80 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ата-әсәләрҙең күбеһенең балаларын район үҙәгенә йәиһә башҡа ерҙәргә теш табибына йөрөтөргә мөмкинселеге юҡ. Шуға күрә, табаҫҡытамаҡтар исеменән республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы баш табибы Римма Әсхәт ҡыҙы Ғәниеваға, табиптар бригадаһына һәм ошо күсмә стоматология комплексын килтертеүҙе ойошторған үҙебеҙҙең етәкселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Табиптар тештәрҙе дауалап ҡына ҡалманы, ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарын иҫкәртеү, ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына өйрәтеү буйынса балалар өсөн сәләмәтлек дәрестәре лә үткәрҙе. Беҙ бик ҡыуандыҡ һәм тағы ла үҙ эшенең оҫтаһы булған табиптарҙы көтөп ҡалабыҙ”, - тип рәхмәттәрен белдерҙе Табаҫҡытамаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина.

Наилә Имаева.

Читайте нас