

Унда район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, район активы, ауыл биләмәһе башлыҡтары ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев асты. “Рәсәйҙә был көн алтынсы йыл рәттән билдәләнһә лә, Урындағы үҙидара мөһим дәүләт институты булараҡ күптән танылды. Бөгөнгө көндә урындағы үҙидара - халыҡҡа иң яҡын торған власть органы. Граждандар менән дәүләт араһындағы күпер, берләштереүсе көс булып тора. Муниципаль кимәлдә граждандарҙың көндәлек тормошондағы мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләре хәл ителә. Райондың социаль-иҡтисади үҫешен яҡшыртыу, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу яуаплылығы урындағы үҙидара органдарының иңенә һалынған. Киләсәктә лә районыбыҙҙың үҫеше хаҡына, халыҡтың йәшәү кимәлен тағы ла яҡшыртыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалып, бергәләшеп эшләрбеҙ, тип ышанам”, - тине район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы һәм байрам уңайынан бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләп үтте. Район Мәҙәниәт һарайы йырсылары Руслан Кабулов менән Радмир Ғәлиев музыкаль бүләк яһаны.
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.