Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Апрель 2021, 07:02

Яңы рәйес тәғәйенләнде

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы тәғәйенләүҙәрҙе иғлан итеү менән башланы.

Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе булып Нияз Манур улы Фазылов тәғәйенләнде. Был туралағы Башлыҡ Указына бөгөн, 19 апрелдә ҡул ҡуйылған.
Быға тиклем Нияз Фазылов республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары булып эшләй ине.
– Нияз Мансур улын бөтәгеҙ ҙә яҡшы белә, уның менән таныштырыу артыҡ. Беҙ бизнес-шерифтар, муниципалитеттар менән эште көсәйтәсәкбеҙ. Уның ҡулынан килер тип ышанам. Элекке рәйес Римма Бойцова шулай уҡ беҙҙең менән ҡала, ул эшләй. Ул IQ-парк, “Киләсәк фабрикаһы”на бәйле мәсьәләләрҙе ҡарай, эшҡыуарлыҡты үҫтерәсәк етди, ҙур проекттар менән шөғөлләнәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас