ҠУҘЫ
Был аҙнала бөтәһе лә үҙегеҙҙең ҡулда. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән аралашҡанда аҡыллы булығыҙ, яуызлыҡҡа изгелек менән яуап ҡайтарығыҙ. 19-ынан 21-енә тиклем уяулыҡты юғалтмағыҙ: алдарға маташырҙар.
БУҒА
Осорҙоң тәүге яртыһы романтик мажараларға бай булмаҡсы. Һөнәри эшмәкәрлектә борсолорға урын юҡ, барыһы ла яҡшы. Үҙегеҙ тирәләй фекерҙәштәр тупларһығыҙ. Һаулығығыҙға иғтибарҙы арттырығыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Хроник сирегеҙ үҙе хаҡында иҫкәртеүе ихтимал. Сәләмәт тормош алып барырға тырышығыҙ. Ял көндәрендә күберәк саф һауаға сығырға тырышығыҙ. 23-25 апрелдә көтмәгән сығанаҡтан аҡса килер, моғайын.
ҠЫҪАЛА
Эш урынында ғишыҡ уйындарынан йыраҡ тороғоҙ, был хәл яҡшыға килтермәҫ. Осор башында етәкселектең күҙенә салынмаҫҡа тырышығыҙ. Кисектергеһеҙ эш йәки көтөлмәгән хәбәр күктән ергә төшөргә мәжбүр итер.
АРЫҪЛАН
Бик ылыҡтырғыс, әммә хәүефле тәҡдим яһауҙары ихтимал. Үҙегеҙҙе ике ут араһында ҡалғандай тойорһоғоҙ. Көсөгөҙгә ныҡлы ышанған осраҡта ғына уны ҡабул итегеҙ. Яҡын кешегеҙгә ярҙам итергә тура килер.
ҠЫҘ
Был аҙнала иғтибар үҙәгендә шәхси мөнәсәбәттәр булыр. Яратҡан кешегеҙ менән һүҙгә килмәҫкә тырышығыҙ. Был арала бер-берегеҙҙән ял итеү ҙә зыян итмәҫ. Ҙур әйбер һатып алыуҙы ла кисектереп тороғоҙ.
ҮЛСӘҮ
Алдығыҙҙа ниндәй генә кәртәләр тормаһын, дөрөҫ юлды һайларһығыҙ. Көсөгөҙгә шикләнмәгеҙ, барыһы ла ҡулығыҙҙан килә. Эске тойомлауығыҙ көсәйер, уға ҡолаҡ һалһағыҙ, хаталанмаҫһығыҙ.
САЯН
Күптән онотолған кешеләр үҙҙәре хаҡында йәнә иҫкәртер. Әлегә бындай мәшәҡәттең һеҙгә кәрәге юҡ та бит! Осор етәкселек алдында эшегеҙҙе күрһәтеү өсөн уңайлы. Бөтә идеяларығыҙ хуплау табыр.
УҠСЫ
Был аҙнала шәхси мөнәсәбәттәр киҫкенләшер. Һөйгәнегеҙ менән араларығыҙ өҙөлһә, яҡшыға юрағыҙ. Тиҙҙән тормошоғоҙҙа яңы дәүер башланыр. Аҡсағыҙҙы юғалтырға теләмәһәгеҙ, бурысҡа бирмәгеҙ, кәңәш менән ярҙам итегеҙ.
ЫЛАҠ
22 – 25 апрель яҙмышығыҙҙы хәл иткес осорға әүерелеүе ихтимал. Мөһим эштәрҙе тап ошо көндәргә планлаштырығыҙ. Яҡын туғандарығыҙ бер аҙ борсоуға һалыр, моғайын. Ауыр саҡта дуҫтарығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ.
ҺЫУҒОЯР
Был арала юл йөрөүҙән тыйылып тороғоҙ. Һәр төрлө сәфәрҙәрҙе кисектереп тороу хәйерле. Бер аҙ тыныс ҡына ял итеп алыу зыян итмәҫ. Физик хеҙмәт менән дә шөғөлләнмәй тороғоҙ, имгәнеү йәки әүәлге ауырыуҙарҙың көсәйеү хәүефе бар.
БАЛЫҠ
Аҙна төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеү, эш ҡағыҙҙарын әҙерләү, килешеү төҙөү, документ тултырыу өсөн ҡулай. Эштә лә яҡшы яңылыҡтар көтә. Хеҙмәт хаҡын арттырыуҙары, вазифала үрләтеүҙәре ихтимал. Матди хәлегеҙ яҡшырыр.