«Кисәге һымаҡ эшләһәк, иртәгә башҡорт баҫмаларының бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал», — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. Форумда милли баҫмалар вәкилдәре көнүҙәк проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшә.
Телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалау йәһәтенән милли баҫмалар алдына ҙур маҡсаттар ҡуйыла. Киң мәғлүмәт сараларына ошо йүнәлештә эште әүҙемләштереү тәҡдим ителде. Эльвира Ринат ҡыҙы Ҡоролтайҙың проекттары менән таныштырҙы, Башҡорт тарихы йылында барған сараларға айырым тукталды.
Район газеталарында махсус рубрика булдырыу кәрәклеге хаҡында ла әйтелде.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән мәғлүмәт саралары:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Мәғлүмәт тапшырыуҙары баш редакцияһы, «Сәләм» һәм «Башҡорттар» программалары редакциялары, «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы, «Башкортостан» газетаһы менән «Аҡбуҙат» балалар журналы редакциялары, «Юлдаш» радиоһы, шулай уҡ республика баҫмалары һәм радио-телевидение хеҙмәткәрҙәре — «Башҡортостан» ДТРК радиотапшырыуҙар хәбәрсеһе Ғәлимйән Ибәтуллин, Баймаҡ телевидениеһы редакторы Әлфиә Хәмитова, «Тамыр» телеканалы хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Ишемғолова, Альбина Йосопова, Айгөл Малбаева,Гөлфиә Раянова, Силәбе өлкәһе Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк баш белгесе Нурия Иҡсанова, Ютуб каналында «Батыр-шоу» программаһы авторы Ильяс Батыргәрәев Маҡтау грамоталары менән билдәләнде.
Мәләүез районының «Көнгәк» ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите мөхәррире Әлиә Әмирова һәм Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы «Юшатыр» ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите мөхәррире Малик Ильясов Ҡоролтайҙың юғары наградаһы — «Ал да нур сәс халкыңа» миҙалына лайыҡ булды.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #медиайыйын #ҒафуриРайоны #Красноусол #пресса #СМИ