Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
15 Апрель 2021, 05:39

Ташҡындан зыян күргәндәргә ниндәй ярҙам күрһәтелә?

Ташҡында зыян күргәндәр ирекмәндәрҙең һәм урындағы хакимиәттең ярҙамына өмөт итә ала, әммә зыян күргәндәргә аҡсалата компенсация тейеш түгел. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская ташҡын барышына арналған бөгөнгө брифингта ошо хаҡта белдерҙе.

“Матди компенсация ҡануниәт тарафынан ҡаралмаған, әммә беҙҙең принцип – “үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”. Ирекмәндәр хәрәкәте, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, район хакимиәттәре халыҡҡа ярҙам итә”, – тине ул.
Муниципалитеттарҙа йорттарҙан һыуҙы һурҙырыуҙа, таҙа һыу һәм аҙыҡ килтереүҙә, шулай уҡ кәрәк саҡта ауыр хәрәкәт иткән граждандарҙы стационарға алып барыуҙа ярҙам итәсәктәр.
14 апрелгә ҡарата ташҡынға бәйле 13 муниципаль берәмектә 19 хәл, 31 торлаҡ йорт, 272 ихата, 11 автомобиль юлы һәм ике күпер контролдә тотола. Һыу аҫтында ҡалған йорттарҙа 566 кеше, шул иҫәптән 73 бала йәшәгән.
Халыҡты эвакуациялау талап ителгәндә, ҡотҡарыусылар ярҙам ҡулы һуҙырға һәм кешеләрҙе сығарырға әҙер. Әле 94 мең кешене ҡабул итерлек 425 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты булдырылған. Кәрәк булғанда, ҡотҡарыусылар биш мең берәмек техниканы һәм 20 мең кешене йәлеп итәсәк.
Фото: @mchsrb.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас